Версия для слабовидящих Обращение граждан
Герб

Администрация сельского поселения
Санзяповский сельсовет
муниципального района Кугарчинский район
Республики Башкортостан

Ауыл тағы күркәмләнер ҡалыр

 Һуңғы йылдарҙа район ауылдары күҙгә күренеп үҙгәрә: ҡайһыларында яңы социаль объекттар сафҡа инә йә ремонтлана, икенселәрендә обелисктар төҙөлә йә төҙөкләндерелә, өсөнсөләрендә балалар йә спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла һ.б. Был эштәрҙең күбеһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү”, “Аныҡ эштәр” кеүек программалар ярҙамында эшләнә.  “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһының республикабыҙҙа тормошҡа ашырыла башлауына быйыл 10 йыл булып та киткән. Ошо ваҡыт арауығында был проект ярҙамында районыбыҙҙа бик күп эштәр эшләнде, был проекттан бер генә ауыл да ситтә тороп ҡалмағандыр, моғайын.  Санъяп ауыл биләмәһе өҫтә атап киткән программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Киләһе йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу тәҡдимен дә улар дәррәү күтәреп алғандар.

— Күптән түгел ошо проектта ҡатнашыу өсөн дөйөм йыйылыш үткәрелде, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә конкурсҡа тәҡдим ителәсәк проекттар буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Уға тиклем дә халыҡтың фекерен белеү маҡсатында  ауылдаштарҙан тәҡдимдәр ҡабул ителде. Күпселек фекер менән Санъяп ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелискыны яңыртыу кәрәклегенә туҡталдыҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында эшләнәсәк был эшкә ауыл халҡы бер һүҙҙән тауыш бирҙе.

Шулай уҡ йыйылышта инициатив төркөм һайланды, улар артабан  халыҡ араһында аңлатыу һәм эште ойоштороу һорауҙары менән шөғөлләнәсәк.

Был проектҡа әҙерләнеү һәм уны тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарын уңышлы үтербеҙ, тип ышанабыҙ. Конкурстан үтеп, проектты тормошҡа ашырған хәлдә Санъяп ауылы тағы ла йәмләнеп, күркәмләнеп китер ине, — ти Фәниә Әхмәт ҡыҙы.